05:55 (UTC+5), 05 Июня 2018

2020 йылда Өфөлә Клиник неврология һәм реабилитация институты асыла

ru.depositphotos.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә күп профилле реабилитация комплексы төҙөү буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. Концессия килешеүе нигеҙендә «Медстандарт» медицина холдингы Октябрь проспектындағы ике ҡатлы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге бинаһын (0,5 гектарға яҡын участкала урынлашҡан 897 квадрат метр майҙанда) реконструкциялауҙы һәм йыһазландырыуҙы 427 миллион һумға инвестициялай. Һөҙөмтәлә бина 8 мең квадрат метрға яҡын майҙанда 4-6 ҡатлы, өлкәндәр һәм балалар өсөн 100-шәр койко-урынлыҡ була.
Медицина холдингы Клиник неврология һәм реабилитация үҙәге менән 25 йыл дауамында идара итә. Учреждение 2020 йылда асылырға тейеш. Әлеге ваҡытта проект документтары рәсмиләштерелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында.
«Проект мөһим социаль йөкләмәгә эйә: төбәк киң таралған һәм бер үк ваҡытта инвалидлыҡҡа килтергән нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системалары, терәк-хәрәкәт аппараты, онкология һәм башҡа ауырырыуҙарҙа ярҙам итә алған реабилитация үҙәктәрендә мохтаж», — тип билдәләнеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1169023-v-ufe-v-2020-godu-otkroetsya-klinicheskiy-institut-nevrologii-i-reabilitatsii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика