06:10 (UTC+5), 04 Июня 2018

Өфөлә эш өсөн күпме түләргә әҙерҙәр – яңы мәғлүмәттәр

Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда май айында ойошмалар һәм предприятиелары, шул иҫәптән мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы иҫәпкә алғанда, рәсми белдергән 22 мең вакансиянан 5,2 мең тирәһе йәғни вакантлы урындарҙың 23,5 проценты 30 000 һумдан күберәк эш хаҡын күҙ уңында тота.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 4,7 мең самаһы вакансия (21 процент) 10 913 – 15 000 һумлыҡ эш хаҡын күҙаллай.
Шартлы рейтингтың тәүге өсәүһенә 15-20 000 һумлыҡ эш хаҡы менән 4,3 мең вакансия инә – дөйөм белдерелгән эш урындары иҫәбенән 19 проценттан ашыу.
Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәтенә эш биреүселәр тәҡдим иткән 3,6 меңгә яҡын буш эш урыны айына 20-25 мең һум хеҙмәт хаҡын фараз итә (16 процент).
Яҡынса бер тиң вакансиялар һаны – 2 һәм 2,3 мең эш урыны – айына 10 913 һумдан аҙыраҡ һәм 25-30 мең һум эш хаҡына тура килә – 9 проценттан юғары һәм 10 процент.
Өфөлә хәҙер бөтәһе 4,9 мең тирәһе рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә, йыл башында улар 5,1 мең ине.
http://www.bashinform.ru/news/1167995-skolko-gotovy-platit-za-rabotu-v-ufe-novye-dannye/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика