Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2018, 15:22

3 июндән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙҙарында коммерция рекламаһын урынлаштырыу тыйылды

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 3 июндә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙҙарында коммерция рекламаһын тыйған «Реклама тураһында» законға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде.
Был социаль рекламаға һәм белешмә-мәғлүмәттәргә ҡағылмай.
Реклама тураһында ҡануниәт талаптарын үтәмәгән өсөн уны таратыусыларға административ яза янай.
Компаниялар өсөн штраф күләме — 100-500 мең һум, вазифалы кешеләргә 4-20 мең һум тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1168350-s-3-iyunya-zapreshchaetsya-razmeshchenie-kommercheskoy-reklamy-na-platezhkakh-za-kommunalnye-uslugi/
Читайте нас: