06:35 (UTC+5), 01 Июня 2018

Башҡортостан бюджеты 182 миллиард һумғаса артҡан

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында республика парламентының сираттағы 53-сө ултырышы үтте. Көн үҙәгендә «2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты хаҡында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты мөһим мәсьәләләрҙең береһе булды.
Депутаттар раҫлаған үҙгәрештәр бюджеттың килем өлөшөн – 19,13 миллиард һумға, сығымды 11,02 миллиардҡа арттырыуҙы, дефицитты һигеҙ миллиард һумдан ашыуға ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота.
«Ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алғанда бюджеттың килем өлөшө дөйөм 182 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә», — тип һөйләне Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәренсә, яңы килемдәрҙең төп өлөшөн – 16,48 миллиардты – ойошма табышына һалым тәшкил итә. Бынан тыш, республика федераль бюджеттан өҫтәмә субвенциялар ала, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонданын аҡса инә. Өҫтәмә аҡсаларҙы коммуналь инфраструктура ҡоролмаларын яңыса ҡороуға, республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына объекттар төҙөүгә һәм яңыртыуға, агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә, минималь эш хаҡы күләмен арттырыу һәм Рәсәй Президентының майҙағы указдарын үтәү менән бәйле төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтеү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1167696-byudzhet-bashkirii-vyros-do-182-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика