06:20 (UTC+5), 30 Мая 2018

I кварталда республика экспортҡа 23,25 миллиард һумлыҡ тауар һатҡан

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан таможняһы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың I кварталында төбәктең тышҡы сауҙа әйләнеше 448,4 миллион доллар тәшкил иткән. Уларҙан 369,2 миллион доллар – экспорт. Уҙған йылдың тәүге өс айы менән сағыштырғанда экспорт яҡынса 60 миллион долларға артҡан. Хаҡ күләме күбеһенсә машина эшләү һәм химия продукцияһы иҫәбенә үҫкән.
Һуңғыһы республикала тышҡы сауҙа әйләнешендә 41 процент тәшкил иткән: күбеһенсә ул – стирол, каучук, бутил эфиры. Машина эшләү продукцияһы – авиадвигателдәр һәм уларҙың өлөштәре 30,4 процент биләгән. 17,5 процент – минераль продукттар (углеводород ҡатышмаһы, шыйыҡ пиролиз продукттары). Аҙыҡ-түлектән сит илгә шәкәр һәм фураж арпаһы сығарылған – 3,4 процент.
Беренсе кварталда республикаға 79,2 миллион һумлыҡ сит ил тауарҙары индерелгән. Хаҡ күләмендә 44 процентты машина эшләү продукцияһы – еңел автомобилдәр, ағас-юнысҡы плитәләр өсөн ҡорамалдар биләй. 37 процент – фармацевтика өсөн сеймал. 9 процент – металл һәм металдан изделиелар: поликристалл композиттар, ҡорамалдарҙың һәм станоктарҙың өлөштәре.
Башҡортостан таможняһы етәксеһе Марат Сәфиуллин хәбәр итеүенсә, өс ай йомғаҡтары буйынса ведомство федераль ҡаҙнаға 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса күсергән.
http://www.bashinform.ru/news/1166055-bashkiriya-v-i-kvartale-prodala-na-eksport-produktsii-na-23-25-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика