04:00 (UTC+5), 28 Май 2018

«Русагро» Башҡортостанда – һөт заводы төҙөргә, ә «Хейнекен» һыра ҡайнатыу заводы өсөн арпа үҫтерергә ниәтләй

colaxm.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Петербург иҡтисади форумы даирәләрендә республика етәкселеге һәм профилле ведомстволар потенциаль инвесторҙар менән 30 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәре төҙөнө һәм бер төркөм һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Атап әйткәндә, «РУСАГРО» компаниялар төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты Вадим Мошкович менән осрашыуҙа республикала тәүлегенә 1 мең тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә завод төҙөү ниәте өйрәнелде. Әңгәмә барышында республикалағы инвесторҙарға дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде, ярашлы майҙансыҡтар ҡаралды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы өлкәһе менән бәйле тағы ла бер проект – «Хейнекендың берләшкән һыра заводтары» корпорацияһы өсөн арпа үҫтереү. Республикала компанияға Стәрлетамаҡтағы «Шихан» заводы ҡарай. 2016 йылғы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан етәкселеге менән осрашыуҙа генераль директор Эьен Страйп компанияның Стәрлетамаҡ районында 1 мең гектарҙан ашыу арпа сәскәнен һәм сәсеүлек майҙандарын 5 мең гектарға еткерергә күҙаллауын һөйләгәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1164701-rusagro-planiruet-postroit-v-bashkirii-molokozavod-a-kheyneken-vyrashchivat-yachmen-dlya-pivovaren/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика