04:50 (UTC+5), 28 Мая 2018

Рөстәм Хәмитов республикала нефть химияһы өлкәһендәге ҙур инвестиция проекттары хаҡында һөйләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яҡындағы йылдарҙа Башҡортостанда нефть химияһы өлкәһендә ҙур проекттар ғәмәлгә ашырыла. Был турала Рәсәй нефть-газ химияһы форумының пленар ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, көнбайыш санкциялары илебеҙ предприятиеларын «дәртләндереп ебәрҙе», уларға илебеҙ асыштарының һәм продукцияларының өҫтөнлөктәрен баһаларға мөмкинлек бирҙе, инвестиция сәйәсәтен аяҡҡа баҫтырҙы. Нефть-газ өлкәһендә йыллыҡ инвестициялар күләме һуңғы алты йылда ике тапҡырҙан артып китте.
Башҡортостан Башлығы инвестиция эшмәкәрлеге ҡарашынан республиканың иң әүҙем компаниялары иҫәбендә «Роснефть», «Башнефть», «Газпром» компанияларының бүлендек предприятиеларын атаны һәм уларҙың ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса пландары тураһында һөйләне.
- «Башнефт»тең алдағы эре проекттарынан – хуш еҫле углеводородтар етештереү буйынса комплексты яңыртыу, аҡрынайтылған кокслау ҡоролмаларын төҙөү. Был ҡоролмалар һәм етештереү урындары институттарыбыҙҙың проекттары буйынса, күбеһенсә беҙҙең ҡорамалдар ҡатнашлығында төҙөлөр тип ышанам. Компания был маҡсатҡа өс йыл дауамында 40 миллиард һум самаһы инвестицияларға ниәтләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, яҡынса 60 миллиард һум «Өфөоргсинтез»да пиролиз һәм полиолефин комплексына йүнәлтеләсәк. Һәйбәт предприятие, яңыса ҡороу эштәре башланды. Етештереүҙе яңыртыу буйынса артабанғы аҙымдары күҙаллана.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексын яңыртыуҙы дауам итеүен хәбәр итте. Һаҡлағыста дөйөм әүҙем газ күләме 4,5 миллиард кубометрҙан артҡан. Инвестициялар 17 миллиард һум тирәһе тәшкил иткән. 2020 йылғаса тағы 5 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
«Газпром нефтехим Салауат» каталитик крекинг комплексы буйынса ҙур проектын дауам итә, ҡыҫҡа сроклы адсорбция блогының төҙөлөшө башлана, ә киләһе йылда илдә беренсе суперабсорбент етештереү ойоштороуға тотона. Бынан тыш, нефть эшкәртеү заводы һәм «Мономер» заводы модернизацияланасаҡ.
- Былтыр предприятиела акрил етештерелә башланы. Быйыл инвестициялар күләме яҡынса 20 миллиард һум тәшкил итә, киләһе йылда – саҡ ҡына күберәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1164749-rustem-khamitov-rasskazal-o-masshtabnykh-investproektakh-v-oblasti-neftekhimii-v-respublike/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика