12:08 (UTC+5), 28 Мая 2018

«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә – яңы резидент

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми сайтында Башҡортостандан тағы ла бер инвесторҙы – «Регион 02» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары исемлегенә индереү тураһында мәғлүмәт баҫылған.
Предприятие «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшләй һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтә.
Күрһәтелгән инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу 6,4 миллион һум инвестиция үҙләштереүҙе һәм 35 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота, был Бәләбәй моноҡалаһы иҡтисадын үҙгәртергә һәм уның социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртырға булышлыҡ итергә тейеш.
Һөҙөмтәлә, 28 майға республиканан 15 инвестор (6 – «Бәләбәй», 9 – «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе) йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерелгән. Уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу 2,8 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә һәм 2 меңдән күберәк яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. 2017 йылда Бәләбәй һәм Күмертау моноҡалаларында резиденттар 1,2 миллиард һум самаһы инвестиция һалған һәм 600 эш урыны булдырған.
http://www.bashinform.ru/news/1165132-v-toser-belebey-poyavilsya-novyy-rezident/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика