Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2018, 12:45

Рөстәм Хәмитов: «Төбәк экспорт стандартын индереү яҡшы импульс бирҙе»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй экспорт үҙәге ойошторған «Рәсәй төбәктәре экспорты – яңы сиктәрҙе артылып» эшлекле дискуссияһында сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереү һәм экспортёр предприятиеларға булышлыҡ итеү тәжрибәһе хаҡында һөйләне.
Экспорт – бик ҡатмарлы һәм төбәктәр өсөн яңы тема, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Башҡортостанда «Башнефть» кеүек ҙур экспортёрҙар булыуға ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта көн тәртибендә – сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспортҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе. Бөгөн ул республикала бөтә экспорт күләменән яҡынса 40 процентҡа етә. 2018 йылда ул 2 миллиард доллар самаһы булыр тип күҙаллана.
– Республикала яҡынса 800 экспортёр предприятие эшләй, өҫтәүенә 90 проценты – кесе һәм уртаса предприятиелар. Әлбиттә, беҙ бизнестың әүҙемлегенә, дөйөм алғанда, экспорт сегментына булышлыҡ итербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2030 йылға республика экспортёрҙары һанын ике тапҡырға, ә сеймал булмаған экспорт күләмен өсләтә арттырыу күҙаллана. Әлбиттә, етди һандар. Бында барыһына ла эшләргә тура килер.
Башҡортостан башлығы республикала ошондай предприятиеларға булышлыҡ итеү системаһы – Рәсәй экспорт үҙәге бүлеге, Экспортҡа йүнәлеш алған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү координацияһы төбәк үҙәге асылыуы хаҡында хәбәр итте. Шулай уҡ Башҡортостан илдең 22 төбәге араһында Төбәк экспорт стандартын индереү буйынса пилот проектына инде.
– Һөҙөмтәләр бар. Беҙ әүҙемлектең артыуын күрәбеҙ. Рәсәй экспорт үҙәгенең республика бүлегенә мөрәжәғәттәр күп тапҡырға артты. «Рәсәй терәге», «Эшлекле Рәсәй», Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ошо йәһәттән беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Әлбиттә, был кооперация һәйбәт синергия һөҙөмтәһен бирә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Төбәк экспорт стандартын индереү пилот төбәктәргә яҡшы импульс булды.
Республика башлығы үҙ сығышында ошо эшмәкәрлекте, шул иҫәптән предприятиеларҙан килгәндәрен камиллаштырыу тәҡдимдәрен индерҙе. Улар иҫәбендә – хеҙмәттәрҙе экспортлаусылар өсөн Рәсәй экспорт үҙәгенә булышлыҡ итеү ҡоралдары исемлеген киңәйтеү, процедураларҙы ябайлаштырыу һәм уны биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу, шул иҫәптән документтар пакетын оптималләштереү иҫәбенә, Рәсәй экспорт үҙәге аша экспортерҙарға процедура өсөн сығымдарҙы (өлөшләтә йәки тулыһынса) ҡаплау.
Төбәк етәксеһе Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы раҫлаған продукция исемлеген яңынан ҡарарға тәҡдим итте. Уның буйынса дәүләт экспортерҙарҙың ер өҫтө транспорты менән ташығанда түккән сығымдарының 80 процентына тиклем ҡаплай ала. Был, мәҫәлән, республикала етештерелгән сеймал булмаған продукция төрөнөң ошо исемлектән киңерәк булыуы менән бәйле.  
http://www.bashinform.ru/news/1163574-rustem-khamitov-vnedrenie-regionalnogo-eksportnogo-standarta-dalo-khoroshiy-impuls/
Читайте нас: