Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2018, 14:26
Рәсәй Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының яңы законы 16 меңдән ашыу дарыухананы ябыуға килтереүе мөмкин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының яңы законы ҡабул ителгән осраҡта, тотош илдә 16 мең дарыухананың ябылыуы ихтимал. Был дөйөм һандан 25,5 % тәшкил итә.
«Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының закон проекты аҙыҡ-түлек ритейлы өсөн дарыуҙарҙы магазин кәштәләрендә һатыу мөмкинлеген аса. Дарыуханалар өсөн был — өҫтәмә конкуренция факторы, сөнки аптекалар һәм супермаркеттар араһында ла һатып алыусы өсөн көрәш булыуы ихтимал», — тип аңлаттылар Marketing Logic аналитика агентлығында.
Шулай уҡ тикшереүселәр аҙаҡҡы һатып алыусы өсөн дарыуҙарға хаҡтың 11% артыуы мөмкин тип фаразлай.
http://www.bashinform.ru/news/1163790-iz-za-novogo-zakona-minpromtorga-v-rossii-mogut-zakrytsya-bolee-16-tysyach-aptek/
Теги:
аптека
сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы
закон проекты
Читайте нас: