08:46 (UTC+5), 24 Май 2018

Республикала алкоголь һатыу тыйылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөндән республикала ике көнгә алкоголь һатыу тыйылды. Тыйыу 24 һәм 25 майҙа мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу Башҡортостан биләмәһендә 2017 йылдан ғәмәлдә. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә. Продукцияны тартып алыуҙары ла мөмкин.
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамында алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу иҫкәртеү һәм тәрбиәүи маҡсатҡа эйә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау 24 майҙа, ун беренселәр өсөн 25 майҙа яңғырай.
http://www.bashinform.ru/news/1163082-v-bashkirii-vveden-zapret-na-prodazhu-alkogolya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика