05:49 (UTC+5), 24 Май 2018

Рөстәм Хәмитов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһын етәкләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Форум 24-26 майҙа уҙа.
Республика етәксеһе форумдың пленар ултырышында, энергетик панель сессияла ҡатнаша, шулай уҡ «Рәсәй төбәктәре экспорты – яңы сиктәрҙе артылып» эшлекле фекер алышыуҙа сығыш яһай.
Форум барышында ҙур компаниялар, сәнәғәт предприятиелары, ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә һәм инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Делегацияның эш программаһында эшлекле осрашыуҙар, панель сессиялар, милли проекттарҙы бойомға ашырыу, Рәсәй субъекттарының инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу, яңы дәүләт идараһы механизмдарын индереү, технологик яҡтан үҫеште тәьмин итеү өсөн фән ҡаҙаныштарын файҙаланыу кеүек төбәктәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан ойошторола. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты патронаты аҫтында уҙа. Егерме йыл эсендә форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы, Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя алдында торған төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн алдынғы донъя майҙансығына әүерелде.
http://www.bashinform.ru/news/1162986-rustem-khamitov-vozglavil-delegatsiyu-bashkortostana-na-peterburgskom-mezhdunarodnom-ekonomicheskom-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика