06:55 (UTC+5), 23 Мая 2018

Республика Хөкүмәте балыҡсылыҡты үҫтергән эшҡыуарҙарға ярҙам итә

tass.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй банктарында балыҡ аҙығы һәм балыҡ сәсеү материалдарын алыуға, тауар аквакультураһы объекттары төҙөүгә, төҙөкләндереүгә һәм яңыса ҡороуға алынған кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдар өлөшөн ҡайтарыуға республика ҡаҙнаһынан субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Эшҡыуарҙарға кредиттар буйынса сығымдарҙың проценттарын ҡаплауға төп ставканан 100 процентҡаса дәүмәлдә ҡайтарыла.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың февралендә республика Хөкүмәте һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы араһында балыҡсылыҡты, атап әйткәндә, тауар бикре балығын үҫтереүгә сығымдарҙың өлөшөн ҡайтарыуға республика ҡаҙнаһына субсидиялар биреү тураһында килешеү төҙөлгән. Апрелдә республикаға федераль бюджеттан был маҡсатҡа 793 мең һум күскән. Шулай уҡ республикала өҫтәмә финанслауға аҡса ҡаралған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов субсидияларҙың суммаһын арттырыу һәм уларҙы алыусыларҙың исемлеген киңәйтеү мөмкинлеген ҡарарға йөкләмә бирҙе, тип хәбәр иттеләр министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1162477-pravitelstvo-bashkirii-okazhet-podderzhku-predprinimatelyam-razvivayushchim-rybovodstvo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика