04:55 (UTC+5), 23 Мая 2018

Рәсәй хөкүмәтендә акциздарҙы төшөрөү мәсьәләһен өйрәнәләр: бензиндың осһоҙланыуы ихтимал

Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.1 июлдән Рәсәйҙә акциздарҙың төшөүе ихтимал. Ошо хаҡта ике чиновник һәм Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анатолий Голомолзиндың һүҙҙәренә һылтанып, «Ведомости» гәзите яҙа.
«Ҡарар яңы кабинет составында яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн яуап биреүсе хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козактың кәңәшмәһендә ҡабул ителде», — тип асыҡлыҡ индерә баҫма.
Шул рәүешле, бер тонна бензинға акциздарҙың өс мең һумға кәметелеүе ихтимал. Яғыулыҡтың бер литры уртаса 2,2 һумға осһоҙлана. Дизель яғыулығына акциздарҙың ике мең һумға төшөүе көтөлә (бер литр өсөн 1,7 һумға арзанайыу).
Алдан Үҙәк банкында бензиндың ҡиммәтләнеү сәбәптәрен аңлаттылар.
Хөкүмәт етәкселәрен бензинға хаҡтарҙың һикереүе бындай аҙымға этәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы аҙнала яғыулыҡтың хаҡы биш тапҡыр күтәрелде. Әлеге ваҡытта АИ-92 «Атум» маркалы бензин – 39,70 һум, АИ-95 «Атум» – 42 һум, АИ-92 – 39,10, дизель яғыулығы 42,30 һум тора.
http://www.bashinform.ru/news/1162363-v-pravitelstve-rossii-rassmatrivayut-snizhenie-aktsizov-benzin-mozhet-podeshevet/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика