04:00 (UTC+5), 23 Май 2018

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Карина Камаева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Ағымдағы йылдың март айында хеҙмәткәрҙәргә түләнгән уртаса номиналь эш хаҡы, республиканың кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларын иҫәпкә алғанда, 31 655 һумға еткән. Реаль эш хаҡы, 2017 йылдың марты менән сағыштырғанда, 9,5 процентҡа күтәрелгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Ғәҙәттәгесә, иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереү кеүек иҡтисад өлкәләренә тура килә – уртаса 65 913 һум. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 51 913 һум тәшкил итә.
Республикалағы өс иң юғары табышлы тармаҡҡа химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү инә – айына 45 000 һум.
Киреһенсә, Башҡортостанда күн һәм күндән изделиелар етештереү менән мәшғүлдәр иң әҙерәге ала – 11 894 һум.
Төбәктә йорт-йыһаздары етештереү менән шөғөлләнгәндәр бер аҙ күберәк ала – 13 996 һум.
Өсөнсө урында – кейем-һалым етештереү. Был өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы март айында 16 717 һум тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1162105-stala-izvestna-srednyaya-zarplata-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика