05:05 (UTC+5), 22 Май 2018

Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла

gntexpo.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.22 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм 26-сы «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла. Ул нефть-газ химияһы комплексы өсөн яңы технологиялар һәм ҡорамалдар менән танышыу өсөн ҙур майҙансыҡтарҙың береһе. Унда тармаҡтың алдынғы предприятиелары, шулай уҡ химик машина эшләү һәм инжиниринг ойошмалары, яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн ҡорамалдар етештереүселәр ҡатнаша.
Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, быйыл экспозиция 14 мең квадрат метрҙағы биш майҙансыҡта урынлаша. Күргәҙмәлә 10 илдән һәм Рәсәйҙең 32 төбәгенән 320-нән ашыу компания ҡатнаша. Тәҡдим ителгән продукцияның 80 проценты – илебеҙҙҙә етештерелгән тауарҙар.
Пленар ултырыштың темаһы – «Рәсәй донъялағы нефть-газ химияһы тармағын үҫтереү трендтарында». Форум сиктәрендә бер төркөм түңәрәк өҫтәл күҙалланған, уларҙа тармаҡ барҙарҙарының торошо, инновацион технологияларҙы үҫтереү, тар махсуслаштырылған темалар тикшерелә.
Сараны ойоштороусылар иҫәбендә – Башҡортостан хөкүмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1161712-v-ufe-otkryvaetsya-rossiyskiy-neftegazokhimicheskiy-forum-i-mezhdunarodnaya-vystavka-gaz-neft-tekhno/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика