07:25 (UTC+5), 21 Мая 2018

«Һуңғы ҡыңғырау»: 24-25 майҙа Башҡортостан магазиндарына алкоголь һатыу тыйыла

БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.24 һәм 25 майҙа — «Һуңғы ҡыңғырау»ҙы уҙғарыу көндәрендә — Башҡортостан магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла.
Был тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылда ғәмәлгә индерелде. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу менән йәки унһыҙ штраф вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә.
«Һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголле продукцияны һатыуҙы тыйыу профилактик һәм тәрбиәүи маҡсатҡа эйә, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитетында.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл республика мәктәптәрен 18 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы тамамлай.
Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» - 24 майҙа, 11-селәр өсөн 25 майҙа була. 11-селәрҙә аттестат тапшырыу һәм сығарылыш балдары БДИ һөҙөмтәләрен алғандан һуң 23 июндә ойошторола. Туғыҙҙарға берҙәм аттестат тапшырыу көнөн төп дөйөм белем биреү мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының резерв көндәрен уҙғарыуҙы иҫәпкә алып, һәр муниципалитет үҙҙалы билдәләй.
Бынан тыш, баш ҡалала 26 майҙа, йолаға әүерелгән, сығарылыш уҡыусыларының Яҙғы балы була.
http://www.bashinform.ru/news/1160900-posledniy-zvonok-24-25-maya-magazinam-bashkirii-zapreshchaetsya-prodavat-alkogol/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика