09:58 (UTC+5), 21 Май 2018

Республикала «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумын уҙғарыу планы раҫланды

sapogok.spb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9-10 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында «Урал аръяғы-2018. Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы ойошторола. Республика Хөкүмәте форумды уҙғарыу планын һәм ойоштороу комитетының эшсе төркөмө составын раҫланы.
Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары һәм институттары тураһында профессиональ диалог ойоштороу, шулай уҡ ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм уларҙы үҫтереү күҙаллана.
Форум эшендә 300-ҙән ашыу делегат – федераль һәм төбәк власы органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, фәнни үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү институттары вәкилдәре ҡатнаша.
Сара программаһында пленар ултырыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ һабан байрамында ҡатнашыу һәм агротуризмды, ваҡиғалар туризмын һәм этнотуризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1161004-v-bashkortostane-utverzhdyen-plan-provedeniya-ekonomicheskogo-foruma-zaurale-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика