04:25 (UTC+5), 21 Май 2018

Башҡортостан йорттар төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Башҡортостан ағымдағы йылдың дүрт ай йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округтары төбәктәре араһында йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса икенсе урынды биләй. Республика халыҡ иҫәбенә торлаҡ төҙөү буйынса шулай уҡ икенсе урында тора, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә ғинуар-апрелдә дөйөм 492,4 мең квадрат метр майҙанда 5 541 фатир ғәмәлгә индерелгән. Былтырға ҡарағанда 8,7 процентҡа аҙыраҡ.
Башҡортостанда бер мең кешегә 121 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөлгән торлаҡ өлөшө 80,4 процент тәшкил иткән.
Улар һалған 3 663 йорттоң майҙаны 359 мең «квадрат». Ул 2017 йылдың ғинуар-апреленән 7,9 процентҡа аҙыраҡ. Төҙөүселәр – республикалағы юридик шәхестәр быйыл тәүге дүрт айҙа дөйөм 96,5 мең квардат метр майҙанды файҙаланыуға тапшырған. Ул уҙған йылға ҡарағанда 12 процентҡа кәмерәк.
http://www.bashinform.ru/news/1160300-bashkiriya-zanimaet-vtoroe-mesto-v-pfo-po-stroitelstvu-domov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика