08:03 (UTC+5), 18 Мая 2018

Германияла Башҡортостандың конгресс-күргәҙмә мөмкинлектәре менән таныштырҙылар

Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов. Ошо көндәрҙә Германияла IMEX-2018 күргәҙмәһе барышында Өфөнөң һәм Башҡортостандың конгресс-күргәҙмә мөмкинлектәре презентацияһы уҙҙы. Башҡортостан делегацияһы RUSSIA OPEN TO THE WORLD стендында төбәктең конгресс мөмкинлектәре һәм 2018-2021 йылдарҙа республикала уҙғарыу күҙалланған әһәмиәтле саралар менән таныштырҙы.
Презентацияла республика менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән ассоциация, союз, профессиональ һәм фәнни берләшмәләр вәкилдәре ҡатнашты.
Халыҡ-ара ҡатнашыусылар менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшереү эшлекле аралашыу зонаһында дауам итте, унда башҡорт милли аш-һыуын һәм эсемлектәрен тәмләп ҡарау ойошторолғайны.
«Беҙ тармаҡ профессионалдары һәм потенциаль сит ил партнерҙары менән һөҙөмтәле аралаштыҡ. Башҡортостан үҙенең конгресс мөмкинлектәре менән таныштырҙы», — тип һөйләне республика делегацияһы ағзаһы, Башҡортостан Конгресс-бюроһы директоры Николай Фадеев.
Күргәҙмәлә «Ҡапыл туй» ғаилә өсөн саралар ойоштороу йорто етәксеһе, CouletuyStyle брендына нигеҙ һалған Александра Хисаметдинова уҙғарған мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре ҡунаҡтарҙа популярлыҡ менән файҙаланды.
«Беҙ заманса интерпретация менән аутентик бүләктәр әҙерләргә өйрәтәбеҙ. Бергәләп туҡымаға биҙәктәр төшөрөү ярҙамында түшелдерек эшләйбеҙ», — тине Александра Хисаметдинова.
Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә Франкфурт ҡалаһында Messe Frankfurt күргәҙмәләр үҙәгендә бара. Башҡортостан Рәсәйҙең RUSSIA OPEN TO THE WORLD экспоненты сифатында ҡатнаша. Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, күргәҙмәлә донъяның 150 иленән 3,5 меңдән ашыу экспонент ҡатнаша, 10 меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Күргәҙмә майҙандарының дөйөм майҙаны — 5200 квадрат метрҙан ашыу.
http://www.bashinform.ru/news/1159442-v-germanii-prezentovali-kongressno-vystavochnye-vozmozhnosti-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика