08:53 (UTC+5), 18 Май 2018

Башҡортостан — урманды яһалма тергеҙеү буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2018 йылда төбәктә яҡынса 13 мең гектар урманды тергеҙеү күҙаллана, шуның 7 мең гектарында — яһалма ултыртыу. Бөгөнгә урманды яһалма тергеҙеү 50 процентҡа тиерлек тамамланған. Был өлкәлә республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
2017 йылда төбәктә 14,6 мең гектарҙа йәш ағастар ултыртылған. Республикала урманды тергеҙеү эштәренә волонтер ойошмалары йәлеп ителә, урмандарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа ағас ултыртыу буйынса төрлө акциялар ойошторола. Был эш сәнәғәт өсөн ағас йығыуҙы, урман янғындары килтергән зыянды ҡапларға тейеш.
Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың һаны апрель башынан алып май урталарына тиклем уҙған йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек артҡан. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан бирле урман фондында 534 гектар майҙанда 70 янғын теркәлгән, сағыштырыу өсөн — былтыр ямғырлы яҙҙа ошо уҡ осорҙа 338 гектарҙа 24 янғын сыҡҡан.
Белгестәр фекеренсә, урман янғындары һанының артыуы ҡышҡыһын ҡарҙың аҙ булыуына һәм майҙың тәүге ун көнлөгөндә йыш иҫкән көслө елгә бәйле. Бынан тыш, халыҡтың, нигеҙҙә туристарҙың, һунарсыларҙың, балыҡсыларҙың яуапһыҙ ҡарауы сағылыш тапҡан. «Күпселек урман янғындарына кеше факторы сәбәпсе, һигеҙ янғын — ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләндәр үртәү, икәүһе йәшен арҡаһында сыҡҡан. 45 янғын буйынса яҡынса зыян 200 мең һумдан ашыу тәшкил иткән, уларҙы һүндереү өсөн сығымдар 800 мең һумдан ашҡан», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
http://www.bashinform.ru/news/1159456-po-iskusstvennomu-lesovosstanovleniyu-bashkoriya-zanimaet-pervoe-mesto-v-pfo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика