Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2018, 08:50
Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголь һатыу тыйылған
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2018 йыл, 16май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголь һатыу тыйылған, тип хәтергә төшөрә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.
Тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылда ғәмәлгә инде. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу менән йәки унһыҙ штраф вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова аңлатыуынса, «Һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголле продукцияны һатыуҙы тыйыу профилактик һәм тәрбиәүи маҡсатҡа эйә.
«Тәү сиратта, был сара үҫеп килгән быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән», — тип белдерҙе республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1158151-v-bashkirii-zapreshchena-prodazha-alkogolya-v-den-poslednego-zvonka/
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
республиканың сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
алкоголь
һуңғы ҡыңғырау
Читайте нас: