12:04 (UTC+5), 16 Мая 2018

Башҡортостан прокурорҙарының килеме тураһында мәғлүмәттәр билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан прокурорҙары үҙҙәренең, тормош иптәшенең һәм балаларының 2017 йылғы килеме тураһында мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Документ Башҡортостан Прокуратураһының рәсми сайтында баҫылған.
Республиканың баш прокуроры Андрей Назаров 3 147 888,98 һум күләмендәге йыллыҡ килеме хаҡында мәғлүмәт биргән (2016 йылда — 3,04 миллион һум), ә уның ҡатыны 863 284,7 һум  (948 мең һум) эшләгән. Ведомство башлығының Volkswagen Touareg автомобиле бар. Ғаилә майҙаны 123,6 квадрат метрлыҡ фатирҙа йәшәй.
Башҡортостан прокурорының беренсе урынбаҫары Олег Горбунов уҙған йылда 2 658 720,67  һум килем алған (2016 йылда — 2,62 миллион һум), хәләл ефете — 238 198,01 һум (261 мең һум). Үҙе һәм улы майҙаны 71,8 квадрат метрлыҡ фатирҙа өлөшкә эйә. Олег Горбуновтың 22,3 квадрат метрлыҡ гаражы ла бар. Ғаилә майҙаны 88,9 квадрат метр булған фатирҙа йәшәй. Ҡатынына майҙаны 71,8 квадрат метрлыҡ фатир яҙылған. Бынан тыш, уның Suzuki Grand Vitara автомобиле бар.
Республика прокурорының башҡа урынбаҫарҙары — Гөлнара Бикбулатова, Руслан Зөбәйеров һәм Виктор Логинов — үткән йыл өсөн 2 миллиондан 5 миллион һумға тиклем килемдәре хаҡында мәғлүмәт биргән.
http://www.bashinform.ru/news/1158614-stali-izvestny-svedeniya-o-dokhodakh-prokurorov-bashkirii/    
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика