Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Май 2018, 10:19
Төбәктә һөт етештереү арта
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Йыл башынан Башҡортостандың бөтә төр хужалыҡтарында 501,6 мең тонна һөт һауып алынған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Шул уҡ ваҡытта был ваҡыт эсендә төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында һәр һыйырҙан уртаса 1 834 килограмм һөт һауылған. Ул уҙған йылға ҡарағанда 75 килограмға күберәк.
Алдынғыларҙа – Учалы, Ауырғазы һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары. Йыл башынан Башҡортостандың ошо райондарында һәр һыйырҙан һауым 2 512 – 2 586 килограмм тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1157235-v-bashkirii-rastet-proizvodstvo-moloka-/
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
ауыл хужалығы
төҙөү
Читайте нас: