09:27 (UTC+5), 15 Мая 2018

Республика IMEX-2018 халыҡ-ара туристик күргәҙмәлә ҡатнаша

expobr.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 15 майҙа Германияның Франкфурт ҡалаһында IMEX-2018 ҙур халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә асыла, унда йыл һайын донъяның 150 иленән вәкилдәр ҡатнаша. Күргәҙмәне эшлекле туризм өлкәһендәге хеҙмәттәр менән файҙаланған компанияларҙан йөҙҙәрсә белгес ҡарай. Рәсәй был күргәҙмәлә тәүге тапҡыр RUSSIA OPEN TO THE WORLD коллектив стендын тәҡдим итә. Башҡортостан Рәсәй экспозицияһы экспоненты сифатында сығыш яһай.
Республика исеменән Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса дәүләт комитеты башлығы Руслан Мирсаяпов етәкселегендәге делегация ҡатнаша.
«Беҙ Өфөнөң заманса конгресс инфраструктураһынан тыш, республикала мотлаҡ күрергә тейешле урындар хаҡында ла һөйләйбеҙ. Стенд ҡунаҡтары милли аш-һыуҙы һәм эсемлектәрҙе тәмләп ҡарай ала, шулай уҡ бүләктәр ҙә ҡаралған», – тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Конгресс-бюроһынан.
Рәсәй менән илебеҙ ивент-индустрияһы баҙарында һәм корпоратив туризмда ҡатнашыусылар ҙа таныштыра. Улар араһында – эшлекле саралар ойоштороу өлкәһендәге милли һәм төбәк компаниялары вәкилдәре, ҡунаҡхана селтәрҙәре, курорттар, конгресс-күргәҙмә үҙәктәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстан, Краснодар крайы, Свердловск һәм Калининград өлкәләренән профессиональ ойоштороусылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө Рәсәйҙең ваҡиғалар потенциалы милли рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. TripAdvisor сәйәхәттәр сайтында баҫылған Рәсәйҙең иң яҡшы туристик йүнәлештәр рейтингына ярашлы, Өфө илдә 9-сы урынды биләй. Russian Business Travel&MICE Award 2017 премияһы версияһы буйынса Өфөләге Конгресс-холл Рәсәйҙең «Иң яҡшы конгресс-күргәҙмә һәм эшлекле үҙәк» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан Рәсәйҙең «Милли Конгресс-бюроһы» ассоциацияһының төбәк-партнеры булды.
http://www.bashinform.ru/news/1157627-bashkiriya-prinimaet-uchastie-v-krupneyshey-mezhdunarodnoy-turisticheskoy-vystavke-imex-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика