08:50 (UTC+5), 15 Мая 2018

Башҡортостандың һигеҙ муниципалитеты бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында ҡатнаша

Бәләбәй хакимиәте
Бәләбәй хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.Башҡортостандан һигеҙ муниципалитет Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында ҡатнаша. Еңеүселәр ҡала мөхитен төҙөкләндереү проекттарын ғәмәлгә ашырыуға гранттар ала. Республиканың мәҙәни объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста «Бәләкәй ҡалалар» категорияһында Сибай Маяковский исемендәге паркта таш сәнғәте скверының проекты; Туймазы «Атмосфера» үҫмерҙәр-йәштәр киңлеге; Учалы «Урал батыр» паркы; Дәүләкән «Аксаков йылға буйы»; Күмертау «Еңеү» тарихи-мемориаль комплексы; Бөрө «Бөрө уҡсылар ҡәлғәһе» мәҙәниәт һәм ял паркы; Яңауыл «Һабантуй» спорт паркы; Бәләбәй ҡала быуаһы менән паркты төҙөкләндереү проекты менән ҡатнаша.
Акцияла 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар, шулай уҡ федераль, төбәк тәғәйенләнешендәге тарихи биләмәләр (административ үҙәктәрҙән һәм федераль тәғәйенләнештәге ҡалаларҙан тыш) ҡатнаша.
Рәсәй Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, конкурсҡа 400-ләгән ғариза килгән. Уның йомғаҡтары буйынса «Тарихи биләмәләр» категорияһында 20 еңеүсе һайлана, улар 50-шәр миллион һум ала һәм «Бәләкәй ҡалалар» категорияһында 60 еңеүсе билдәләнә, улар халыҡ иҫәбенә ҡарап, 30-100 миллион һум ала. Һөҙөмтәләр 1 июнгә тиклем иғлан ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1157250-vosem-munitsipalitetov-bashkirii-prinimayut-uchastie-v-konkurse-malykh-gorodov-i-istoricheskikh-pose/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика