04:00 (UTC+5), 14 Мая 2018

Республикала йыл башынан ниндәй тауарҙар ҡиммәтләнгән һәм осһоҙланған – һуңғы мәғлүмәттәр

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда сәс өсөн буяу хужалыҡ тауарҙары өлкәһендә апрелдә ҡиммәтләнгән тауарҙар исемлеген етәкләй. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, уны республика халҡы 4,5 процентҡа ҡиммәтерәккә ала башлаған.
«Хаҡтар» рейтингының шартлы икенсе урынында – был ваҡыт эсендә 4,1 процентҡа ҡыйбатланған металл черепицаһы.
Өлкәндәр өсөн велосипедтар, роликлы конькиҙар, сатыр һәм еврошиферҙар үҙ-ара өсөнсө урынды бүлешә. Уларға хаҡтар апрелдә 3-3,9 процентҡа артҡан.
Бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтар үҫеше 1,6 һәм 1,4 процент тәшкил итә.
Киреһенсә, төбәктә айырым кейем-һалым, аяҡ-кейем, шәхси гигиена предметтары һәм йорт өсөн кәрәк-яраҡ, йорт йыһаздары төрҙәренә 0,6 – 3,8 процентҡа хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән.
Был ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн ноутбуктар, телевизорҙар, смартфондар һәм телефондар 0,7-1,1 процентҡа осһоҙға төшкән.
http://www.bashinform.ru/news/1156245-kakie-tovary-podorozhali-i-podesheveli-v-bashkirii-s-nachala-goda-poslednie-dannye/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика