Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2018, 16:49

Республикала бюджетҡа планлаштырылған килемдең өстән ике өлөшөнән күберәге күскән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 14май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың һалым органдары йыл башынан алып дүрт ай эсендә 147,67 миллиард һум йыйым һәм түләү йыйған. Республика йыйылма бюджетының 2018 йылға планлаштырылған килемлелеге 180 миллиард һум тәшкил итә.
Ҡаҙнаға 2017 йылдың ғинуар-апрель айҙарына ҡарағанда 44% күберәк аҡса ингән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығынан. Апрелдә генә һалымсылар 85 миллиард һумдан ашыу йыйған.
Федераль бюджетҡа 76 миллиард һум ингән (+23,3 миллиард, йәки +44,3%). Республиканың йыйылма бюджетына 61,3 миллиард һум күскән (+21 миллиард, йәки +52%).
Һалым керемдәренең төп күләме — файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм ойошмалар табышы (28% һәм 26%).   
http://www.bashinform.ru/news/1157019-v-bashkirii-v-byudzhet-postupilo-bolee-2-3-zaplanirovannykh-dokhodov/
Читайте нас: