05:15 (UTC+5), 11 Мая 2018

Төбәк аграрийҙары 290 мең гектар сәскән

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 10 майға республика аграрийҙары 390 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарған. Һуңғы ике көн эсендә үҫеш 130 мең гектар йәки 6 процент тәшкил иткән.
Сәсеү кампанияһы хәҙер Әлшәй районында әүҙем бара. Бында яҙғы культураларға бүленгән майҙандарҙың 37 проценты сәселгән. Йәрмәкәй, Ейәнсура һәм Көйөргәҙе райондарында күҙалланған күләмдең дүрттән бер өлөшө тиерлек сәселгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл ужым культураларын ҡайтанан сәсеүҙән тыш, бөтәһе 2,065 миллион гектарҙа яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу тора. Ул уҙған йылға ҡарағанда 131 мең гектарға күберәк.
Шул уҡ ваҡытта яҙғы бөртөклөләр 1,353 миллион гектарҙа сәселә (былтыр 1,468 миллион гектар ине). Шәкәр сөгөлдөрөнә – 48,7 мең гектар, көнбағышҡа – 216,2 мең, мал аҙығы культураларына 858,8 мең гектар бүлеү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1155661-agrarii-bashkirii-zaseyali-290-tysyach-gektarov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика