Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
66.37
+1.03
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2018, 16:02

Өфөлә бензин һәм дизель яғыулығы ҡиммәтләнгән

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика статистиктары Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуын теркәгән.
7 майға ҡарата һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала дизель яғыулығының литры 41,252 һум тора. 28 апрель менән сағыштырғанда ул 0,7 процент артҡан.
АИ-92 маркалы бензин ошо ваҡыт эсендә 0,8 процентҡа ҡиммәтләнеп, литры 38,55 һумға еткән. АИ-95 һәм АИ-98 маркалы бензиндарҙың хаҡы 0,7 процентҡа артҡан. Хәҙер улар автоһәүәҫкәрҙәргә уртаса 41,23 һәм 45,47 һумға төшә.
http://www.bashinform.ru/news/1156106-v-ufe-podorozhali-benzin-i-diztoplivo/
Читайте нас: