Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2018, 12:25

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе үтә

асыҡ сығанаҡ
асыҡ сығанаҡ
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге 2018 йылдың 17 майында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм социаль хеҙмәттәр, мәғариф, финанс эшмәкәрлек күрһәтеүсе ойошмолар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғара.
Йәрминкәлә төрлө квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, менеджер, белгес, урам һепереүсе, ашнаҡсы, санитар, тәрбиәсе, уҡытыусы, слесарь-сантехник, электр монтеры һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә. Сара Мәшғүллек үҙәгендә (Ибраһимов бульвары, 47/1) иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1156019-v-ufe-proydet-yarmarka-vakansiy-v-sfere-zdravookhraneniya-i-sotsialnykh-uslug/
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: