16:52 (UTC+5), 10 Мая 2018

Өфөлә арзан төшкө аштың уртаса хаҡы – 206 һум

companybest.ru, 2ГИС
companybest.ru, 2ГИС
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө миллионлы ҡалалар араһында төшкө аштың арзанлығы буйынса 10-сы урынды биләй. Рейтингты «2ГИС» сервисы төҙөгән. Аналитиктар һөҙөмтәләрҙе 2015 йылғы хаҡтар менән сағыштырып, бизнес-ланчтың ниндәй ҡалала ҡиммәтләнеүен һәм арзанайыуын асыҡлаған. Тикшереүгә кафе, бар, ресторан хаҡында мәғлүмәттәр индерелгән.
Иң ҡиммәт төшкө аш — Мәскәүҙә (286 һумдан алып), иң арзаны — Омскиҙа (166 һумдан башлана). Өфөлә осһоҙ комплекслы төшкө аштың уртаса хаҡы – 206 һум, беҙҙә хаҡтар 6% төшкән.
«2ГИС» мәғлүмәттәре буйынса, бизнес-ланчты йышыраҡ кафела, барҙа һәм ресторанда тәҡдим итәләр. Өфө барында төшкө аштар уртаса 234 һум тора (2015 йылға +8%), кафела – 178 һум (+ 2%), ресторандарҙа — 261 һумдан алып (өс йыл эсендә 2% арзанайған).
http://www.bashinform.ru/news/1155453-v-ufe-srednyaya-stoimost-deshevykh-lanchey-206-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика