15:45 (UTC+5), 10 Мая 2018

Башҡортостандың ҡала һәм райондарында торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды

Depositphotos.com
Depositphotos.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2018 йылдың II кварталына ҡала округтарында, ҡала биләмәләрендә һәм муниципаль райондарҙа торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәре раҫланды. Улар республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға бүленгән субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк.
Республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының тейешле бойороғо 10 майҙа Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, ағымдағы йылдың II кварталына Өфө ҡалаһы ҡала округында дөйөм майҙандың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы 39 030 һум тәшкил итә.
Башҡа ҡала округтары һәм биләмәләре араһында ошо йылдың IV кварталына Стәрлетамаҡта торлаҡтың бер «квадрат»ы иң ҡиммәте тип баһаланған — 37 350 һум. Октябрьскийҙа һәм Туймазыла торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәре бер үк тиергә мөмкин – 36 821 һәм 36 165 һум.
Торлаҡтың бер квадрат метрының иң түбән уртаса баҙар хаҡы күрһәткесе — Ағиҙелдә, Баймаҡта, Межгорьела – 28 436, 29 748 һәм 29 783 һум.
Башҡортостандың муниципаль райондарына килгәндә, 2017 йылдың IV кварталына торлаҡтың бер «квадрат»ының иң юғары уртаса баҙар хаҡы күрһәткесе, ғәҙәттәгесә, Өфө районында — 36 821 һум.
Шартлы икенсе урында Шишмә районы – 33 777 һум.
Өсөнсөлә Тәтешле районы килә — 33 102 һум.
Торлаҡтың дөйөм майҙанының бер квадрат метрының иң түбән уртаса баҙар хаҡы күрһәткесе — Баймаҡ районында — 24 405 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1155396-utverzhdena-srednyaya-rynochnaya-stoimost-zhilya-v-gorodakh-i-rayonakh-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика