03:02 (UTC+5), 04 Мая 2018

Республикала дачалар 10% арзанайған

vsaduidoma.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Фатирҙар донъяһы» ресурсы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда дачалар уҙған йылдың яҙынан 10% арзанайған. Әле республикала уртаса дачаның яҡынса хаҡы – 1,07 миллион һум (хаҡтар ошо порталға бирелгән иғландар буйынса анализлана). Дача тигәндә йәй көнө йәшәү өсөн яраҡлы йорт һәм участка күҙ уңында тотола.
Иң ҡиммәтле дачалар – Ҡырымда (3,2 миллион һум), Севастополдә (2,87 миллион), Мәскәүҙә (2,61 миллион), Мәскәү өлкәһендә (2,26 миллион), Калининград өлкәһендә (2,25 миллион) һәм Ленинград өлкәһендә (2,1 миллион).
Иң арзандары – Комиҙа (463 мең һум), Ырымбурҙа (468 мең) һәм Ҡурған өлкәһендә (576 мең).
Дачалар тотош илдә арзаная, тип билдәләй эксперттар. Хаҡ артыу Рәсәйҙең көньяғында ғына күҙәтелгән, Ханты-Манси автономиялы округында, Коми, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Камчаткала 20% ашыуға осһоҙланған.
http://www.bashinform.ru/news/1152835-v-bashkirii-dachi-podesheveli-na-10/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика