05:30 (UTC+5), 04 Май 2018

Рөстәм Хәмитов «Азимут» авиакомпанияһы етәкселеге менән Өфөнән маршруттар иҫәбен арттырыуҙы тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы «Азимут» авиакомпанияһы етәкселеге – директорҙар советы рәйесе Павел Удод һәм директорҙар советы ағзаһы Виталий Ванцев менән осрашты. Яҡтар төбәк-ара авиаташыуҙар өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе тикшерҙе.
- Рәсәйҙә иң яҡшы аэропорттарҙың береһенә эйә булып, әлбиттә, тәьмин ителеште арттырырға, беҙҙең аэропорттан башҡарылған машруттар иҫәбен киңәйтергә теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Асылда, халҡыбыҙ, республика граждандары бер ниндәй ауырлыҡтарһыҙ һәм уңайһыҙлыҡтарһыҙ илдең һәм Ер шарының теләһе ҡайһы нөктәһенә бара алыуға булышлыҡ иткән тәҡдимдәрҙе хупларға әҙербеҙ.
Алдағы килешеүҙәргә ярашлы әлеге ваҡытта Өфөнән Рәсәйҙең көньяғына – Краснодарға һәм Дондағы Ростовҡа ике тура маршрут ойошторолған, тип хәбәр итте Павел Удод.
- Әлегә бөтә пассажирҙар ағымы күрһәткестәре был маршруттарҙың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Пассажирҙар ағымы яҡшы, самолёт ултырғыстарының буш булмауы тулыһынса яраҡлы, хатта беҙҙең пландарҙан бер аҙ юғары. Был маршруттар тәүге айҙа уҡ рейстарҙың тәьмин ителеше 80 проценттан артыуын күрһәтте, – тип билдәләне Павел Удод. – Улар субсидиялау программалары сиктәрендә бара. Беҙ юғары булмаған тарифтар өлкәһендә эш итәбеҙ, сөнки осоштарҙы башҡарыу шарттары субсидиялау программаларына ярашлы тарифтарҙың иң юғары дәүмәлен күҙ уңында тота, компания пассажирҙар өсөн унан юғары хаҡҡа билет һата алмай. Шуға күрә ул бөтә пассажирҙар категориялары өсөн тулыһынса һатып алырлыҡ кимәл.
Артабан компания ғәмәлдәге йүнәлештәр буйынса рейстарҙың йышлығын арттырырға ғына түгел, ә ғәмәлдәге маршруттар селтәрен киңәйтергә лә әҙер. Мөмкин булған йүнәлештәр сифатында Сочи, Анапа, Минель Һыуҙар, Симферополь ҡарала.
- Ул Мәскәүҙә икенсе самолетҡа күсеп ултырмай тура рейстар буласаҡ һәм ул Башҡортостанда йәшәүселәргә тура, ике сәғәттә тиерлек курорт ҡалаларыбыҙға барып етеү мөмкинлеге бирәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виталий Ванцев.
- Беҙ маршруттар селтәрен киңәйтеү варианттарын ҡарайбыҙ, – тине Павел Удод. – Иң мөһиме, беҙ йыл әйләнәһенә – ҡышын һәм йәйен өҫтәмә осорға әҙер. Дөйөм алғанда был «Азимут» компанияһының төп концептуаль моделе – миҙгел ҡыҙған осорҙа ғына эшләргә түгел, көньяҡ ҡалаларҙы Мәскәүгә теймәй Волга буйы, Себер менән тура тоташтырыусы системалы ташыусы булыу.
http://www.bashinform.ru/news/1153039-rustem-khamitov-obsudil-s-rukovodstvom-aviakompanii-azimut-uvelichenie-kolichestva-marshrutov-iz-ufy/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика