08:24 (UTC+5), 04 Мая 2018

Июндә льготалылар, шул иҫәптән һирәк осраған сирҙәр менән яфаланғандар өсөн дарыуҙар һатып алыу күҙаллана – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

ru.depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан хөкүмәтендә льготалыларҙы, шул иҫәптән инвалидтарҙы һәм һирәк осраған (орфан) ауырыуҙар менән яфаланған граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо пациенттарҙы тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн республикаға йыл һайын 1,2 миллиард һумлыҡ препараттар ҡайтарыла. Республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 2018 йылға 1,45 миллиард һум бүленгән. 2014 йыл менән сағыштырғанда орфан сирле пациенттар һаны 28% артҡан.
Проблеманы хәл итеү өсөн республикала юл карталары әҙерләнгән, уларҙа аукциондар урынлаштырыу, контракттар төҙөү һәм медицина тауарҙарын килтереү ваҡыты билдәләнгән. Пландарға ярашлы, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе быйыл июндә ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта автоматлаштырылған программаны формалаштырыу тамамлана, ул пациентты льготалы препараттар менән тәьмин итеүҙе - уны иҫәпкә ҡуйғандан алып препаратты алғанға тиклем - күҙәтеп барырға мөмкинлек бирә.
Бынан алда киң мәғлүмәт саралары һатып алыуҙарҙы ваҡытында уҙғармау арҡаһында дарыуҙар тәьминәтен тотҡарлауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1153174-zakupki-lekarstv-dlya-lgotnikov-v-tom-chisle-lyudey-s-redkimi-zabolevaniyami-budut-provedeny-v-iyune/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика