10:33 (UTC+5), 04 Мая 2018

Башҡортостандың Федоровка районында эре мал тәрбиәләү өсөн ҙур комплекс төҙөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеген ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы объект тулыландырҙы, тип хәбәр иттеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Һүҙ республиканың Федоровка районында эрем мал тәрбиәләү һәм һимертеү буйынса ҙур малсылыҡ комплексын төҙөү хаҡында бара.
Предприятие 100 гектар майҙанды биләй. Проекттың инициаторы булып «АгроСакмара Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1 миллиард һум тәшкил итә.
Фермер базаһына малдар өсөн һимертеү майҙансыҡтары, эре мал тәрбиәләүҙең заманса һәм алдынғы технологик процестарын иҫәпкә алып төҙөлгән ярҙамсы биналар һәм ҡоролмалар инә.
Проект шәхси ярҙамсы хужалыҡ фермерҙарынан, ауыл хужалығы ойошмаларынан 2-6 айлыҡ йәш малдар һатып алыуҙы һәм уларҙы махсус һимертеү майҙансығында 18 айға тиклем ҡарап, артабан һатыуҙы күҙ уңында тота.
Проектты 2021 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Уның ярҙамында 30 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1153203-v-fedorovskom-rayone-bashkirii-postroyat-krupneyshiy-kompleks-po-vyrashchivaniyu-krupnogo-rogatogo-s/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика