08:00 (UTC+5), 03 Мая 2018

Май айында Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн шәхси консультациялар ойошторола

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге һорауҙары буйынса бушлай шәхси консультациялар уҙғарыуын дауам итә.
7, 14, 21 һәм 28 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы юлдар» темаһы буйынса консультация үткәрә.
14 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән «Советник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова «Һалым билдәләүҙе оптималләштереү: мөмкинлектәр һәм хәүефтәр» буйынса кәңәш бирә.
23 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Занин и Со» үҫеш үҙәге рекрутеры, персонал һайлау, баһалау һәм үҫтереү буйынса консультанты Юлия Кривная «Предприятиела дөрөҫ персонал һайлауҙа файҙалы алымдар» темаһына консультация уҙғара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Консультациялар Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1 адресы буйынса 6-сы павильонда, 6-22-се бүлмәләрҙә үтә.
Алдан (347) 264-62-90, 243-38-37 телефондары буйынса йәки aoprb@mail.ru электрон почта аша теркәлергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1152692-v-mae-dlya-predprinimateley-bashkirii-provedut-individualnye-konsultatsii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика