12:24 (UTC+5), 03 Мая 2018

Башҡортостанда 3 миллиард һумға туризм өсөн зона булдырыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге туризм өлкәһендәге яңы объект менән тулыланды.
Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары биләмәһендә заманса конкурентлыҡҡа һәләтле туристик-рекреацион кластер булдырыу һәм үҫтереү хаҡында бара.
Проект «Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Туристик зона булдырыуҙың төп маҡсаты — республика, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит ил халҡына йыл әйләнәһенә туристик хеҙмәттәр күрһәтеү.
Проекттың инициаторы — «Юлбарс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 30 миллиард һум тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу 2023 йылға 195 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә.
Әле Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 191 миллиард һумдан ашыулыҡ 52 проект бар. Улар уңышлы ғәмәлгә ашырылған осраҡта төбәктә 12,5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1152785-v-bashkirii-sozdadut-zonu-dlya-turizma-za-3-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика