10:04 (UTC+5), 27 Апрель 2018

Хеҙмәт министрлығы 1 майҙан республикала минималь эш хаҡының күпме буласағын хәбәр итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2018 йылдың 1 майынан Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы яҡынса 13 мең һум була, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомствола белдереүҙәренсә, 1 майҙан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы 11 163 һум тәшкил итә. Урал коэффициентын иҫәпкә алып, Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы 12 837,45 һумға етә (айлыҡ норманы тулыһынса тултырған осраҡта). Шулай итеп, 2018 йылдың 1 майынан уҙған йылдың II кварталы өсөн эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәле буйынса МРОТ билдәләүҙең яңы механизмы индерелә.
Ғинуар айында Тверь вагондар төҙөү заводында эшселәр менән аралашыу барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын һәм йәшәү минимумын тигеҙләү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Яңы закондың положениеларын тормошҡа ашырыу илебеҙҙә йәшәгән 3 миллион кешегә ҡағыла. Шуның 1,6 миллионы дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа мәшғүл. 1 майҙан минималь хеҙмәт хаҡы арттырылғандан һуң Рәсәй хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү өсөн төбәктәргә резерв фондтан 16 миллиард һум аҡса йүнәлтә. Был аҡса ағымдағы йылдың мартында бүленгән 20 миллиард һумға өҫтәлә.
http://www.bashinform.ru/news/1151211-mintrud-bashkirii-nazval-minimalnuyu-zarplatu-v-respublike-s-1-maya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика