06:40 (UTC+5), 26 Апрель 2018

Ҡытай һәм Башҡортостан Сибайҙа цемент заводы төҙөү хаҡында инвестиция килешеүе төҙөнө

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре барышында 25 апрелдә Лэшань ҡалаһы халыҡ хөкүмәте мэры, Ҡытай Коммунистик партияһы Лэшань ҡала комитеты секретары урынбаҫары Джан Тун әфәнде менән осрашыу булды.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2017 йылдың июлендә Башҡортостан һәм Сычуань провинцияһы араһында хөкүмәт-ара килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу менән бәйле бер төркөм мәсьәләләр тикшерелде. Уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән цемент заводы төҙөлөшө буйынса практик аспекттар ҡаралды.
Рөстәм Мәрҙәнов Лэшань хөкүмәте вәкилдәрен Башҡортостанға килергә һәм июндә Сибайҙа үтәсәк «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Башҡортостан компанияларының Ҡытайҙа күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу, шулай уҡ республикалағы ҡаларҙың береһе һәм Лэшань араһында туғандаш бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге өйрәнелде.
Ҡытайҙың эшлекле даирә вәкилдәре менән осрашыуҙа Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов республиканың һәм Башҡортостандың Урал аръяғының инвестиция потенциалы менән таныштырҙы. Был сарала 40-тан ашыу ҙур компания ҡатнашты. Сибайҙа ойошторорға күҙалланған индустрия паркының резиденттары менән эшлекле һөйләшеүҙәр үтте. Уның мөмкинлектәре һәм шарттары менән тау ҡорамалдары, агрохимия препараттары сығарыу, керамика һәм фарфор етештереү, иген, күн һәм күн сеймалы эшкәртеү менән шөғөлләнгән фирмалар ҡыҙыҡһынды. Ҡытай партнерҙары һөйләшеүгә эшлекле килде, мөмкин булған проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле аныҡ һорауҙар бирҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте, «Сычуань-Сибай» индустрия паркы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Цзюньхэ тирә-яҡ мөхитен һаҡлау буйынса Сычуань компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Сибай ҡалаһында цемент заводы төҙөү буйынса проектты ғәмәлгә ашырыу шарттары тураһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыу көндөң мөһим ваҡиғаһы булды. Уға ике йыл ныҡышмалы эш нигеҙ булып ятты. Документҡа Премьер-министр урынбаҫары, Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы кураторы Илшат Тажетдинов һәм компания идараһы рәйесе Ли Лэцзюнь ҡул ҡуйҙы.
Белешмә. 2018 йылдың апрелендә «Сычуань — Сибай индустрия паркы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында цемент етештереү буйынса завод төҙөү» инвестиция проекты төбәктең Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрына индерелде. Тәүлегенә биш мең тонна клинкер етештереү ҡеүәтенә эйә завод төҙөү күҙаллана. Дөйөм инвестициялар күләме 12 миллиард һумдан артып китәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1150210-kitay-i-bashkiriya-podpisali-investitsionnoe-soglashenie-o-stroitelstve-tsementnogo-zavoda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика