10:02 (UTC+5), 26 Апреля 2018

Төбәктә предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлегенә яңы дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле шарттар булдырылған. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса Йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе. Ултырышты төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов уҙғарҙы.
Инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиеларға төрлө дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип хәбәр итте министр. Административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү буйынса эш алып барыла.
Ошоға өҫтәп, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы субсидиялау тәртибе әҙерләнгән. Дөйөм суммаһы 82 миллиард һумлыҡ проекттар менән туғыҙ компания әлеге ярҙам менән файҙаланырға әҙер. Атап әйткәндә, «НЕФАЗ» шасси сығарыуҙы ойоштороу өсөн токарь станоктарын һатып алыу кәрәклеге тураһында белдерҙе, ә «Башҡорт баҡыры» руда сығарыу өсөн тау ҡорамалдары һатып алырға ниәтләй.
100 миллион һумға тиклем инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиеларға һәм реконструкциялауға аҡса йүнәлткән ойошмаларға мөлкәткә һалым буйынса льгота бирелә. Тиҙҙән был сара дөйөм суммаһы яҡынса 5 миллиард һумлыҡ 165 проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Greenfield тибындағы майҙансыҡта төҙөлгән объекттар өсөн тәүге өс йылда ергә һалым түләү ҡаралмаған. Төҙөлгән бизнес-пландарға ярашлы, инвестициялар күләме 56 миллиард һумдан ашыуыраҡ булған 11 компания ошондай механизм менән файҙалана ала.
http://www.bashinform.ru/news/1150469-v-bashkirii-ozvuchili-novye-mery-gospodderzhki-investitsionnoy-aktivnosti-predpriyatiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика