16:33 (UTC+5), 26 Апрель 2018

Өфөлә навигация асыу тантанаһы һәм нефть ташый торған флот парады була

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә теләгән һәр кемде навигация асыу тантанаһына һәм нефть ташый торған флот парадына саҡыралар. Сара йома, 27 апрелдә, көндөҙгә сәғәт 12-нән 3-кә тиклем «Ватан» этнопаркында уҙа. Шунда уҡ Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы курсанттары, «Мираҫ» ансамбле солистары һәм Роберт Юлдашев, уның «Ҡурайсы» төркөмө ҡатнашлығында концерт була.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм «БашВолготанкер» компанияһы сығыш яһаны. «Быйылғы навигация Башҡортостан флоты өсөн юбилейлы: 160 йыл элек Ағиҙел йылғаһында тәүге тапҡыр пар суднолары йөрөй башлай, ә 70 йыл элек Өфөлә Волга нефть ташыу пароходлығының Башҡортостан идаралығы асыла, артабан ул уникаль йылға предприятиеһына әүерелә. Хәҙер «БашВолготанкер» компанияһы Башҡортостанда төп нефть продукттары ташыусы булып тора. 2018 йылғы навигация компания өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл ул «Роснефть» компанияһы менән ҙур контрактты ғәмәлгә ашыра башланы. 2 миллион тоннаға тиклем нефть продукттарын ташыу күҙаллана. Эшкә 100-гә яҡын судно йәлеп ителә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
http://www.bashinform.ru/news/1150536-v-ufe-vsekh-zhelayushchikh-priglashayut-na-tseremoniyu-otkrytiya-navigatsii-i-parad-neftenalivnogo-f/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика