11:00 (UTC+5), 25 Апреля 2018

Статистика белгестәре Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килемен иҫәпләне

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ағымдағы йылдың февралендә Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 25 104 һум тәшкил итте. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда реаль килем төшкән һәм 94,7 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
2018 йылдың ғинуарында республикала йән башына уртаса килем түбәнерәк һәм 22 907 һумға тиң булған.
Белгестәрҙең иҫәбе буйынса, ғинуар-февралдә Башҡортостанда уртаса статистик йәшәүсе уға тәғәйенләнгән суммаға 79 килограмм һыйыр ите (һөйәкһеҙ иттән тыш) йәки 150 килограмм деликатес булмаған туңдырылған балыҡ ала алған. Башҡа аҙыҡ-түлек варианттары араһында – 454 литр һөт, 49 килограмм аҡ май, 758 килограмм шәкәр, 875 килограмм он һәм 1,1 тоннанан ашыу картуф.
Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға килгәндә, шул уҡ суммаға айына 11 салбар йәки 17 ирҙәр күлдәге, 12 юбка йәки 13 блузка һатып алырға мөмкин булған.
Шул уҡ аҡсаға 590 литр бензин йәки 1176 тапҡыр ҡала йәмәғәт транспортында йөрөү тура килгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың февраль айында Башҡортостанда уртаса номиналь эш хаҡы 30 411 һумға етте. Ул былтырғыға ҡарағанда 11,5 процентҡа юғары.
http://www.bashinform.ru/news/1149918-statistiki-podschitali-srednedushevye-dokhody-naseleniya-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика