08:28 (UTC+5), 25 Апрель 2018

Республиканың Финанс министрлығы I кварталда бюджет үтәлеше тураһында отчет бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Финанс министрлығы I кварталда бюджет үтәлеше тураһында отчет бирҙе. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, был осорҙа йыйылма бюджет 62,449 миллиард һум күләмендә үтәлгән (2017 йылдың I кварталына 146%). Төп керем сығанағы: ойошмалар табышына һалым – 29,9 миллиард һумдан ашыу (54,5%), физик берәмектәр килеменә һалым – 12,1 миллиард һум (22%), акциздар – 4,2 миллиард һум (7,8%), мөлкәткә һалым – 2,9 миллиард һум (5,4%), дөйөм килемгә һалым – 1,6 миллиард һум (3%).
«2018 йыл уртаса башланды. Беренсе квартал плюс менән тамамланды, — тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов 19 апрелдә тура эфирҙа. — Мартта «Башнефть» 16,5 миллиард һум күсерҙе. Һөҙөмтәлә табышҡа дөйөм һалымдың йыллыҡ планын яртылаш тиерлек үтәнек. Был алға ышаныс менән ҡарарға һәм яңы объекттар, халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы формаларын, йәмәғәт хәрәкәте үҫешенең яңы варианттарын планлаштырырға мөмкинлек бирә. Ресурстар, финастар булғанда, күп нәмә эшләргә мөмкин».
Ғинуар-мартта республиканың тупланма бюджеты сығымдары 37,5 миллиард һум күләмендә финансланған (2017 йылдың I кварталы кимәленә +16,4%). Ошо аҡсаның 80% йәки 30,1 миллиард һумы социаль өлкәгә йүнәлтелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1149727-minfin-bashkirii-otchitalsya-ob-ispolnenii-byudzheta-v-i-kvartale/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика