17:03 (UTC+5), 25 Апрель 2018

Башҡортостанда 450-нән ашыу ауыл хужалығы кооперативтары ойошторола — «Берләшмә» форумы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2020 йылдың аҙағына Башҡортостанда 450-нән кәм булмаған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын асыу күҙаллана, тип билдәләнеләр Өфөлә Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ойошторған «Берләшмә» форумында.
Форумдың ауыл биләмәләрен үҫтереүгә арналған секцияһында Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә республикала 116 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Шуларҙың 39-ы — былтыр, быйыл иһә 16.
Ошо 116 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының 80 процентҡа яҡыны эшләй.
Ауыл хужалығы кооперацияһы системаһын үҫтереү буйынса планлы эш төбәктә кооперативтар һанының артыуына булышлыҡ итә. 2018 йылдың 30 мартында республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән 2020 йылға тиклем Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү концепцияһы раҫланды. Грант ярҙамы һәм килем килтереүсе проекттар өсөн йыл һайын 400 миллион һум самаһы аҡса бүлеү күҙаллана.
«Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы — барлыҡ ағзаларға ла табышты арттырыу мөмкинлеге ул. — Миҫал өсөн, әгәр кооператив һөт йыйыу һәм уны беренсел эшкәртеү менән шөғөлләнһә лә, һәр ҡатнашыусының бер һыйырҙан алған табышы 80 меңдән 100 мең һумға тиклем артыуы мөмкин. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: был насармы ни?», — тип белдерҙе «Берләшмә» форумында республика хөкүмәте вице-премьеры, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
«Берләшмә» форумы — сектор-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм социаль проекттарҙы әҙерләү, уларҙы ғәмәлгә ашырыу сифатын арттырыу өсөн йәмғиәт, бизнес һәм власть араһында өс яҡлы диалог өсөн асыҡ эш майҙансығы.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһы форумдарының маҡсаты — төбәктәрҙә гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенең хәлен һәм социаль йүнәлешле тәжрибәләрҙе асыҡлау, булған проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереү, шулай уҡ уңышлы тәжрибәләрҙе таратыу.
http://www.bashinform.ru/news/1149818-v-bashkirii-sozdadut-ne-menee-450-selkhozpotrebkooperativov-forum-soobshchestvo/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика