03:29 (UTC+5), 25 Апреля 2018

Башҡортостан Ҡырымда Белогорск районына газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районындағы тораҡ пункттарға газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтә. Был хаҡта Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов Facebook социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан белгестәре Ҡырым Республикаһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Белогорск районы хакимиәте менән бергә районға газ үткәреү схемаһын тикшерә башлаған.
«Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Башҡортостандағы дуҫтарыбыҙ һәм партнерҙарыбыҙ булышлығында төрлө өлкәләрҙә мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта - социаль объекттарҙы ремонтлау», — тип билдәләне Сергей Аксенов.
Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм республика халҡына төбәкте үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Белогорск районына газ үткәреү буйынса эштәр Ҡырым менән Башҡортостан араһындағы хөкүмәт-ара килешеү сиктәрендә алып барыла. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планына 2017 йылдың майында ҡул ҡуйылғайны, уға социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең төп өлкәләрендәге 12 йүнәлеш ингән.
http://www.bashinform.ru/news/1149474-bashkiriya-pomozhet-krymu-v-gazifikatsii-belogorskogo-rayona/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика