02:34 (UTC+5), 24 Апрель 2018

Мәләүез районы аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәләүез районының «Старт» крәҫтиән (фермер) хужалығы эшсәндәре Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө. Республика Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, улар 60 гектар майҙанға арпа сәскән.
«Яҙ һуңланы, ваҡыт уҙып бара, — тип билдәләне хужалыҡ етәксеһе Илдус Шәрипов. — Шуға күрә мөмкинлек булыу менән сәсеүгә сыҡтыҡ. Хужалыҡта бөтәһе мең гектарҙа бөртөклө культуралар сәсеү күҙаллана».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл, ужым культураларын ҡабаттан сәсеүҙе иҫәпкә алмайынса, бөтәһе 2,065 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 131 мең гектарға күберәк.
Яҙғы культураларҙы 1,353 миллион гектар майҙанда сәсеү ҡаралған. Былтыр иһә 1,468 миллион гектарҙа сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө өсөн 48,7 мең гектар, көнбағышҡа — 216,2 мең гектар, мал аҙығы культураларына 858,8 мең гектар бүлеү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1148742-agrarii-meleuzovskogo-rayona-pervymi-v-bashkirii-nachali-vesenniy-sev/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика