09:00 (UTC+5), 23 Апреля 2018

2018 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 13-15 процентҡа арттыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2018 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 13-15 процентҡа күтәреләсәк, ул фараз ителгән инфляцияны 3,5 тапҡырға уҙып китәсәк. Ошо хаҡта Рәсәй Банкы күҙәтеүҙәренә һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.
Түләүҙәр үҫеше күбеһенсә иң түбән хеҙмәт хаҡы күләмен йәшәү минимумына тиклем арттырыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың майҙағы указдарын үтәү иҫәбенә ирешеләсәк, тип билдәләнә. Үҙәк Банк эксперттары хеҙмәт хаҡының 1,5-2,9 процентҡа үҫәсәген иҫәпләгән, сөнки 1 майҙан иң түбән эш хаҡын 11,1 мең һумғаса арттыралар. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылда эш хаҡын индексациялау көтөлгән 4 процент инфляция кимәленә тиклем төшәсәк.
Эш хаҡының артыуы бюджет өлкөһе менән сикләнмәйәсәк – коммерция ойошмалары ла хеҙмәткәрҙәренә матди дәртләндереүҙе арттырасаҡ. Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, ул кадрҙар етмәү һәм айырым тармаҡтарҙа квалификациялы хеҙмәткәрҙәр өсөн конкуренция үҫеше менән бәйле буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1148347-zarplaty-byudzhetnikov-v-2018-godu-uvelichat-na-13-15/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика