10:19 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Башҡортостан Башлығы алданған өлөшсөләрҙең йорттары төҙөлөп бөтәсәк, тип ышандырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика бөгөн хәүеф зонаһында булған барлыҡ йорттарҙы төҙөп бөтөргә вәғәҙә итә, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
«Беҙ үҙебеҙгә план-график төҙөнөк. Ул һәр проблемалы объект буйынса 33 пункттан тора, һуңғыһы үҙ сиратында бер нисә йортто үҙ эсенә алыуы мөмкин. Республикабыҙҙа ошондай 77 йорт бар. Был өйҙәрҙә 5 650 кеше йәшәй алыр ине, улар 2016, 2014, 2013 һәм 2012 йылдарҙа уҡ ошо фатирҙарҙа йәшәй башларға тейеш. 2000 йылдарҙа уҡ был йорттарҙы алырға тейешле кешеләр бар, — тине Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһы башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуында Өфөнән Альбина Салауатованың һорауына яуап биреп. Ҡатын бишенсе йыл инде «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында, Дим-9 биҫтәһендәге фатирына күсә алмай.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, бөтә объекттар буйынса проблемалы йорттарҙы тапшырыу графиктары төҙөлгән. Быйыл — 32, киләһе йылда тағы 42 йортто сафҡа индереү күҙаллана.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 йорт 2020 йылға ҡала, сөнки унда хәл ҡатмарлы: ер мөнәсәбәттәре рәсмиләштерелмәгән, килешеүҙәр юҡ. Ике проблемалы объект буйынса тағы өс йортто 2021 йылда төҙөп бөтөү ҡаралған. Улар буйынса бер ниндәй ҙә хәл итеү юлы булмаҫ кеүек тойолғайны, ләкин беҙ хәл итеү юлдарын табырбыҙ. Әлбиттә, был - республика өсөн өҫтәмә сығымдар, ләкин тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: беҙ ошо мәсьәләне хәл итербеҙ», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда алданған өлөшсөләр өсөн Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы булдырылған.
Операторға алданған өлөшсөләр, банкротҡа төшкән төҙөүселәр. инвесторҙар, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, власть органдары менән эш итеү, шулай уҡ түләүҙәрҙе ҡаплау буйынса страховка компаниялары менән эшләү бурысы йөкмәтелгән.
Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/3 адресы буйынса урынлашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1147063-glava-bashkirii-zaveril-chto-vse-doma-obmanutykh-dolshchikov-budut-dostroeny/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика